Фольклор һәм спорт фестивале — Атайсал

8 ноябрҙә Учалы ауылының башҡорт гимназияһында фольклор һәм спорт фестивале уҙҙы. Исеме лә ҡайһылай — Атайсал. Башҡорт халҡының ауыз- тел ижады ынйыларын сәхнәләштереү, мәргәнлектә көс һынау кеүек бәйгеләрҙә беҙҙең башкорт лицейы ла яҡшы күрһәткестәр менән шатландырҙы. Үк атыш ярышында Шайхисламов Б. А. етәкселегендәге уҡыусылар түбәндәге урындар яуланылар Фахретдинова Әлфинә 11 кл 2 урын. Латыпов Заһир 7кл, 2 урын, Солтанова Нәркәс 9 кл, 3 урын. Гайнуллина Г. Д. башҡорт халыҡ йырв Байыкты йырлап сәхнәләштереу буйынса үҙенең уҡыусылары Аллаяров Булат, Мөхәмәтдинов Газим. Шаяхметов Арсен, Юлмөхәмәтов Данил, Гайнуллина Арслан, Ғәлиев Арслан менән 2 урын яуланылар. Шәхурина Е. В. боронғо халыҡ йырҙарын тергеҙеү өҫтөндә ҙур эш башҡарып, фәнни сығыш яһаны. Фәнни эште Латыпова Айзилә 5 кл яҡланы, уға Ҡотоева Ләйсән, Дәүләткирәева Регина, Камалетдинова Камилла ярҙам иттеләр. Һөҙөмтәлә команда 3 урын алды. Башланғыс синыф уҡыусылары ла һынатманы Гәзизова Әдилэ 4 кл уҡыусыһы шәжәрәһен ишеттереп, 2 урын яуланы, шул уҡ шәжәрә менән Солтанова Нәркәс 9 кл уҡыусыһы призлы урын яуланы етәкселәре Ғәзизова Л. Г. һәм Әхмәдьянова А. Х. Башҡорт уйындарын сәхнәләштереүзә Харрисова А. Р. үҙенең 4 в класы менән 3 урынға сыҡтылар. Һәр еңеүселәрҙе ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, афариндар!!!!

Комментирование закрыто.

© 2016 МБОУ Башкирский лицей №1 МР Учалинский район РБ. Все права защищены.