» Урал батыр » эпосын яттан һөйләү конкурсы

20 апрель С. Ш. Йыһаншин исемендәге 1-се башҡорт лицейында традицион рәүештә » Урал батыр » эпосын яттан һөйләү конкурсы уҙҙы.
Мулдакай, Абҙаҡ, ‘Яңы Байрамғол, Ҡунаҡбай, Учалы ауылы, Иманғол мәктәптәре менән бер рәттә ҡала мөхитендә тәрбиәләнгән 1-се башҡорт лицейы уҡыусылары ла ҡатнашты. 4-се кластан Йәһүҙина Гөлсибәр (етәксеһе Фәтҡуллина Ә М), 5-се кл Заһирова Айлина һәм Фанина Замира (етәкселәре Ғәлимйәнова Ш. Ф), 6-сы кл уҡыусыһы Бакыева Зарина (етәксеһе Ғәбитова Г. М.) матур сығыштары менән тамашасыларҙың иғтибарын йәлеп итте. Бәйгене баһалау комиссияһында » Хазина » фольклор төркөмө етәксеһе Ғәрифә Ғиниәтулла ҡыҙы Кудрявая, Учалы мәғариф бүлегенең баш белгесе Шәрәфетдинова Зилә Ғизитдин ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусылары Солтанова Рәмилә Тәлғәт ҡыҙы һәм Хәкимова Гөлдәр Арыҫланғәли ҡыҙы.
Шулай уҡ ошо сараны ойоштороуҙа сәхнә артында ең һыҙғанып эшләгән 1-се башҡорт лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын да билдәләп үтмәйенсә мөмкин түгел. Сараны бөтә нескәлектәренә тиклем алып барыуҙа сценарийҙы һәм презентацияны Исхаҡова Дилә Камил ҡыҙы төҙөнө , музыкаль яҡтан Гөлфирә Дамир ҡыҙы, Әлфиә Шамил ҡыҙы, Гөлниса Ғәли ҡыҙы биҙәне,. Ял ваҡытында Шахурина Елена Владимировна » Урал батыр » эпосын идея-йөкмәткеһе яғынан асып, викторина уйын ойошторҙо. » Урал батыр » конкурсын 10-сы класс уҡыусылары Шәрипова Азалия һәм Юлбирҙина Роза бик оҫта алып барҙы.
» Урал батыр» эпосы ата-бабаларыбыҙҙың бөйөк ҡомартҡыһы, ауыҙ — тел ижадының ынйыһы ул Халҡыбыҙҙың күркәм хазинаһын һаҡлау, уның йөкмәткеһен белеү, киләсәк быуынға тапшырыу беҙҙең бурысыбыҙ. Киләһе йылдарҙа эпосты һөйләүселәрҙең һаны күбәйер тип ышанғы килә.

Комментирование закрыто.

© 2016 МБОУ Башкирский лицей №1 МР Учалинский район РБ. Все права защищены.