Милли кейем — халыҡтың эске булмышының сағылышы. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы — тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән, уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп булған. Башҡорттоң иһә күңел байлығы сигеү-нағышта, мәрйендән селтәрләп яһалған биҙәүестәрҙә, көмөшкә сүкеп һалынған биҙәктәрҙә сағылған. (Т. Бураҡаева)
Ошо һүҙҙәрҙе йөпләп беҙ ҙә 1-се башҡорт лицейының уҡыусылары һәм уҡытыусылары Милли кейемдә — халҡым мираҫы тигән флешмобта ихлас ҡатнашты
© 2016 МБОУ Башкирский лицей №1 МР Учалинский район РБ. Все права защищены.