Диктор тауышы-2023

Учалы ҡалаһының С.Ш.Йыһаншин исемендәге 1-се башҡорт лицейында Башҡортостандың халыҡ артисы , бәрхәт тауышлы танылған диктор, беҙҙең яҡташыбыҙ Әхәт Мотаһар улы Мортазиндың яҡты иҫтәлегенә арналған III т өбәк -ара «»Диктор тауышы-2023» конкурсы еңеүселәрен ҡотлау тантанаһы үтте.Конкурста Силәбе өлкәһенән, республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән йөҙгә яҡын уҡыусы ҡатнашты. Байрам тантанаһында «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының генераль директоры урынбаҫары Т.А. Үлмәҫбаева , «Юлдаш»радиоканалы журналисы Г.А.Ситдиҡова,танылған дикторҙың туғандары, дуҫтары ҡатнашты.  Юлбирҙина Роза , 11 класс уҡыусыһы (уҡ. Аллаярова Р.Б) — 2-се урын,   Сиражетдинова Регина(уҡ. Е.В.Шахурина)  мәртәбәле конкурстың призеры булды. Мәртәбәле конкурс еңеүселәре «Башҡортостан»ТРК «Юлдаш» радиоканалының махсус дипломдары һәм ҡиммәтле бүләктәренә лайыҡ булдылар. Еңеүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ! Афариндар!

 

 

Комментирование закрыто.

© 2016 МБОУ Башкирский лицей №1 МР Учалинский район РБ. Все права защищены.