Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк — ара форумы

24,25 сентябрь Ғафури районында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк — ара форумы уҙҙы.
Сараның төп маҡсаты — башҡорт телен популярлаштырыу, республикабыҙҙа һәм Рәсәй төбәктәрендә телде уҡытыу шарттарын яҡшыртыу, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ киңерәк ҡулланыу мөмкинлектәрен барлау.
Форумда Башҡортостан һәм Рәсәй төбәктәре башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, район һәм мәктәп методик ойошмалары етәкселәре, БР һәм РФ төбәктәренең инновацион дөйөм белем биреү ойошмалары ҡатнашты.

Форум юғары кимәлдә ойошторолған. Көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелгән. Уҡытыусылар оҫталыҡ дәрестәренә, тренингтарға, консультацияларға инеп, үҙҙәренең белем кимәлен күтәрҙе, күп һорауҙарына яуаптар алды, яңы, заманға ярашлы эш алымдарына өйрәнде. Тәжрибәле, төрлө алымдарҙы әүҙем ҡулланып эшләгән уҡытыусылар ҙа үҙенә бик күп асыш яһаны.

 

Комментирование закрыто.

© 2016 МБОУ Башкирский лицей №1 МР Учалинский район РБ. Все права защищены.