Башҡорт КВН-ы.

6 апрелдә  Хөснөтдинов исемендәге  Учалы ауылы мәктәбендә  «Шаулап килә беҙгә яҙ!»исемле  Башҡорт КВН-ы үткәрелде. Был муниципаль ижади конкурс ине. Беҙҙең  1-се башҡорт лицейынан  “Шәп егеттәр  ”командаһы ҡатнашып, Еңеүсе-Гран-при  исеменә лайыҡ  булды. Командала  7 г класынан  Иҙел Бикбаев  -фронтмен ,  Денис Хилажев, Руслан Тимерғәлин (8б) ,Ибраһим Кәбиров(10в),   Айрат Әхмәткирәев(8г)  ҡатнашты. Звукооператор Нәркәс Солтанова ла үҙенең эшен  бик   ҙур теләк менән башҡарҙы.

Урын яулау  « Шәп егеттәрҙең» күңелен күтәрҙе, тағы ла башҡорт телендә үткәрелгән сараларҙа ҡатнашыу  дәртен  тоҡандырҙы,телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятты.

 

Комментирование закрыто.

© 2016 МБОУ Башкирский лицей №1 МР Учалинский район РБ. Все права защищены.