1-се Башҡорт лицейында Республика көнөнә һәм Башҡортостандың 100 йыллығына арналған башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы булып үтте. Йыл һайын аҙналыҡ сиктәрендә лицейҙа ҙур сара үткәрелә. Быйылғы уҡыу йылында уғғарылған «Йыйын» уҡыусыларҙың да, уҡытыусыларҙың да күңеленә хуш килде.
Йыйында барын-табын, ҡара-табын, күбәләк-тиләү ырыуҙары вәкилдәре булып уҡыусылар сығыш яһаны. Ҡатнашыусылар “ Иң шәп йырсы», «Иң шәп бейеүсе», «Сәсәндәр әйтеше», таш күтәреү, «Мәргән уҡсы» бәйгеһендә сәмләнешеп көс һынашты.
Ярышыусыларҙы баһалаусы ролен байрамға саҡырылған хөрмәтле ҡунаҡтар-“Ағинәйҙәр ” ойошмаһы етәксеһе Мәрзиә Солтанбаева, Гөлсирә Ғәлиәхмәтова, Сәрүәрә Ғарипова, Финзирә Солтанова , Гөлниса Мортазина башҡарҙы. Милли кейем тураһында ихлас һөйләүҙәре уҡыусыларға бик оҡшаны.
“Мәргән уҡсы” түңәрәге етәксеһе Илдар Иршат улы менән Ҡоролтай рәйесе Морат Иҙрис улы еңеүселәргә грамота тапшырҙы.
Был иҫ китмәле матур байрамдың сценарийын башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлсинә Ғәбитова әҙерләһә, алып барыусыларҙы ( 9г кластан Айрат Әхмәткирәев, 8а кластан Нәркәс Солтанова) башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлнара Ғүмәрова бик юғары кимәлдә әҙерләгәйне.
© 2016 МБОУ Башкирский лицей №1 МР Учалинский район РБ. Все права защищены.