Башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы

Октябрь  башында  Республика  көнөнә  һәм  Башҡорт  теле йылына арналған   1-4 кластар  араһында  башҡорт  теле  һәм әҙәбиәте  аҙналығы  үтте. Был   көндәрҙә  төрлө  саралар   уҙғарылды. Традицион  саралар  менән  бер  рәттән  яңылары  ла  уҡыусыларҙа  ҙур  ҡыҙыҡһыныу  уятты. 11 сентябрь  Милли  кейемдәр  көнө уҙғарылды. Һәр  класта  класс  сәғәттәре үтте.

        7 октябрь  3-сө кластар  араһында  үткәрелгән “Һин Башҡортостанды беләһеңме?”исемле  викторинала  уҡыусыларҙа   ҙур  ҡыҙыҡһыныу  уятты. Һәр   кластан  да  уҡыусылар  теләп  ҡатнашты,үҙҙәре  өсөн  күп   мәғлүмәт   тупланы. Унда республика тарихы, данлыҡлы шәхестәре,  яу батырҙары,  район тарихы буйынса һорауҙар бирелде. Уҡыусылар викторина һорауҙары аша бығаса иғтибар итмәгән ваҡиғалар тураһында белеп ҡалдылар, белемлеләр  белемдәрен  күрһәттеләр.

Еңеүселәр:  3а класс –Вәлиев Артём,Ниғмәтуллин Артур,Никонова Ксения

3б класс – Сәғитуллин Таһир

3в класс- Йәһүҙина Гөлсибәр

3г класс-Корсаков Иван

3д класс – Сөнәғәтуллина Лигена

 8 октябрь  көнө  Ғәзизова Лилиә Ғәйфулла ҡыҙы  3-сө  кластар  араһында “Аҡ тирмәлә ҡунаҡта”тигән  интеллектуаль  уйынын  үткәрҙе.“Зирәктәр”, “Батырҙар”, “Тапҡырҙар”, “Етеҙҙәр” һәм “Аҡыллылар” командалары  үҙ-ара  ярыштылар.Урындар түбәндәгесә билдәләнде.1-се урын: “Тапҡырҙар”командаһы (3в класс)

2-се урын:”Зирәктәр” командаһы (3б класс)

3-сө урын:”Етеҙҙәр” командаһы (3г класс)

Лилиә  Ғәйфулла  ҡыҙы  үҙенең 2в класы  менән мәктәп музейына экскурсияға  барҙы.Музейҙан  уҡыусылар бик күп мәғлүмәттәр алып,илһамланып килделәр.

    9 октябрь  Суфиянова  Минзилә  Ғайрат  ҡыҙы   3-4  кластар  араһында  Башҡорт теле йылына  арналған шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе үткәрҙе. Уҡыусылар үҙҙәренең һөйләү оҫталығын күрһәттеләр. Уҡыусылар  үҙҙәренең  күңеленә  хуш  килгән  шағирҙарҙың  туған  тел  һәм башҡорт  теленә   арналған  шиғырҙарын  яттан  тасуири  итеп башҡарҙылар. Һәр  кем  үҙ  башҡарыу оҫталығын  күрһәтте . Бәйге  булғас  иң-иңдәр билдәләнә. Жюри ағзалары урындарҙы түбәндәгесә билдәләне:

3-сө  кластар  араһында:

1-се урын: Фанина Азалия (3б класс) Фәтҡуллина  Ә.М.

Нәбиуллин Искәндәр (3б класс) Фәтҡуллина  Ә.М

2-се урын: Исаев Морат (3а класс) Фәтҡуллина  Ә.М

Йәһүҙина Гөлсибәр (3в класс) Фәтҡуллина  Ә.М

Ғәлимова Айлита (3а класс) Фәтҡуллина  Ә.М

3-сө урын: Тазитова Әмирә (3в класс) Фәтҡуллина  Ә.М.

Хәкимова Лиана (3г класс) Фәтҡуллина  Ә.М

Ханнанова Айһылыу (3а класс) Фәтҡуллина  Ә.М

4-се  кластар  араһында:

1-се  урын —   Әхмәҙуллин  Искәндәр (4а класс) Фәтҡуллина  Ә.М.

Заһирова  Айлина (4а класс) Фәтҡуллина  Ә.М.

Усманова   Розалина  (4в класс)  Фәтҡуллина  Ә.М.

2-се урын-     Камалова Ралина(4г класс) Фәтҡуллина  Ә.М.

Фанина Замира  (4г класс)  Фәтҡуллина  Ә.М.

Нуриддинова Мөҡҡәддәс(4б класс)  Фәтҡуллина  Ә.М.

3-сө урын – Күлмөхәмәтова  Луиза (4д класс) Фәтҡуллина  Ә.М.

Сәмихова Айгизә(4б класс)  Фәтҡуллина  Ә.М.

Ғарипова     Сулпан  (4б класс)  Фәтҡуллина  Ә.М

Камалетдинов Линнур (4е класс)  Фәтҡуллина  Ә.М.

16  октябрь  көнө  Фәтҡуллина Әлфиә Мөхәмәт ҡыҙы  4-се  кластар  араһында “Аҡыллылар  һәм  башлылар” интеллектуаль  уйынын   үткәрҙе. “Зирәктәр”, “Батырҙар”, “Башҡорт  ҡыҙҙары”, “Белерйәндәр”,”Тырыштар” һәм “Аҡыллылар” командалары  үҙ-ара   көс  һынаштылар. Һәр  команда  алдан  девиз, эмблема   әҙерләп  килде. Уҡыусылар  төрлө  ҡыҙыҡлы  һорауҙарға  яуап  бирҙеләр, сканворд  систеләр, һүҙҙәр төҙөнөләр.Уҡыусыларға  уйын  бик  оҡшаны  һәм  ҙур  ҡыҙыҡһыныу   уятты. Һәр команда әүҙем дә, башлы  ла  булып  сыҡты.Бәйге  булғас  еңеүселәр  ҙә  була. Урындар   түбәндәгесә  булды:

I урын —   “Батырҙар”командаһы  (4г класс)

II  урын —  “Зирәктәр”  командаһы  (4а класс)

III урын- “Аҡыллылар” командаһы   (4в класс)

Уҡыусылар  уйындан  бик  ҡәнәғәт  ҡалдылар.

   1-2- се  класс  уҡыусылары   араһында “ Башҡортостаным – тыуған  яғым!”тигән  темаға  һүрәттәр   конкурсы   үткәрелде.

4- се  класс  уҡыусылары  Республика  көнөнә гәзиттәр   эшләнеләр.

Китапханасы   Әбдрахманова  Эльвира  Вәрис  ҡыҙы   3в,4г,4д,2в  класс уҡыусыларына  Башҡортостанға   арналған  викторина   үткәрҙе.

Башҡорт  теле  һәм  әҙәбиәте   аҙналығында  уҙғарылған  һәр  сара  ла  юғары  кимәлдә  һәм   ҙур  ойошҡанлыҡ  менән  алып барылды. Быйыл  был   сараларҙы   планлаштырып  һәм  оҫта  итеп башҡорт  теле  һәм  әҙәбиәте  уҡытыусыһы  Фәтҡуллина  Әлфиә Мөхәмәт  ҡыҙы  менән башланғыс  класс  уҡытыусылары  Суфиянова  Минзилә Ғайрат  ҡыҙы  һәм  Ғәзизова Лилиә Ғәйфулла  ҡыҙы,  китапханасы   Әбдрахманова  Эльвира  Вәрис  ҡыҙы    уҙғарҙы.

Комментирование закрыто.

© 2016 МБОУ Башкирский лицей №1 МР Учалинский район РБ. Все права защищены.