Уҡ атыу

14 март көнө  лицейыбыҙҙа  «Уҡ атыу» буйынса ҙур сара булып үтте. Сараның   беренсе өлөшөндә  “Хамматов уҡыуҙары” II  Республика ғилми-ғәмәли конференцияһында  еңеүсе  6-сы  класс уҡыусыһы Александров Дмитрий  үҙенең  “Я. Хамматов  романдарында уҡ-һаҙаҡтың һүрәтләнеше”темаһына яҙылған эҙләнеү эше(етәксеһе Аллаярова Р.Б.), 3-сө кластан  Исламова Лилиана(етәксеһе Фәтҡуллина Ә.М.)  районыбыҙҙағы  уҡсылар, “Мәргән уҡсы”турниры тураһында “Һауаларға уҡ сойорғоттом”  тип исемләнгән  эше менән сығыш яһап, барыһын да таң ҡалдырҙы. Һәләтле  уҡсылар, Балалар ижады йортонда  ойошторолған уҡ атыу буйынса  түңәрәк етәселәре Рөстәм Рәис улы Теләүбирҙин, Илдар Иршат улы Исхаков  һәм Рәис Жәүҙәт улы Низаметдинов балаларға  уҡ-һаҙаҡ тураһында ҡыҙыҡлы  итеп һөйләне. Уҡыусыларҙың күбеһе «Уҡ атыу  »түңәрәгенә яҙылырға ҡарар итте.

Икенсе өлөшөндә спорт залында уҡ атыу буйынса мастер-класс үткәрелде. Физкультура уҡытыусылары   сәп әҙерләп ҡуйғайны.Дәрестәрҙә улар уҡ атырға өйрәтеүҙе дауам итәсәк. Уҡыусылар ғына түгел, уҡытыусылар ҙа үҙ көстәрен һынап ҡаранылар. Байрам бөтәһенең дә күңеленә хуш килде.

Комментирование закрыто.

© 2016 МБОУ Башкирский лицей №1 МР Учалинский район РБ. Все права защищены.