Дебат уйындары

1-се Башҡорт  лицейында  «Аҫылташ»республика  дебат уйындарының   һайлап алыу туры булып үтте. Был  уйын икенсе йыл рәттән алып барыла. 1-се Башҡорт лицейы, Иманғол,Ураҙ,Сәфәр, Абҙаҡ мәктәптәренән бөтәһе 32 уҡыусы ҡатнашты.

Ойоштороусылары- Өфө ҡалаһының юғары уҡыу йорттары студенттары- Илүзә Ҡыуатова һәм  “Йәш  яҡташтар ” ойошмаһы председателе Байрас Азаматов  уҡыусыларға бик ҡыҙыҡлы итеп уйындың ҡанундарын аңлатып китте.

1-се Башҡорт лицейынан  1 команда, Иманғол мәктәбенән 2 команда һәм Башҡорт гимназияһы менән  Ураҙ мәктәбенән  йыйылма команда финалға сығып,  «Учалы ҡыҙҙары»,”Киреләр” командалары  еңеүсе тип билдәләнде, һәм улар республика  дебат уйындарында ҡатнашасаҡ .

Үҙ фекереңде туған телдә  дөрөҫ әйтә белеүҙе иҫбатларға өйрәткән  дебаттар заман  балаһының  киләсәге өсөн бик  файҙалы, тип әйтергә кәрәк.

Комментирование закрыто.

© 2016 МБОУ Башкирский лицей №1 МР Учалинский район РБ. Все права защищены.