«Алтын тауыш»

31 октябрь көнө 3-со лицей бинаһында республикабыҙҙың күренекле дикторы, » алтын тауышы» Әхәт Мортазиндын яҡты иҫтәлегенә арналған бик ҙур сара уҙҙы,. Бәйгелә Учалы зонаһы һәм ҡалаһы уҡыусылары тел оҫталығы буйынса көс һынаштылар. Ярыш шиғыр һөйләү, этно материалды рекламалау, яңылыҡтар менән таныштырыу кеүек этаптарҙан торҙо. Бәйге байрам төҫөн алды, уға ҙур мәртәбә өҫтәп Өфө ҡалаһынан ҡунаҡтар килде. Юлдаш радиоканалының күренекле алып барыусыһы, беҙҙең Учалы районыбыззын яҡташы Гүзәл Сиддикова, Учалы ҡалаһының телевидение журналисы Әнисә Гилажева, Әхәт Мотаһар улының ағай-энеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Алик Һиббэт улы Байғарин ҡатнашыусыларзы бик дөрөҫ һәм етди баһаланылар. Һәр конкурсант бәйгенен өс номинацияһына ла яҡшы әҙерләнгән, сәхнәлә сағыу сығыштар бихисап булды. Беҙҙең лицейҙан Эбилова Азалия 6 кл, Яһузина Гүзәлиә 6 кл етәкселәре Ғүмәрова Гөлнара Әхмәтхан ҡыҙы, Вэлеева Айгөл 9 кл етәксеһе Ғәбитова Гөлсинә Мөхтәр ҡыҙы үҙҙәренең сығыштары менән тамашасыларҙы хайран ҡалдырҙылар, призлы урындар алдылар. Вэлеева Айгөл БСТ телевидениеһынан килгән махсус призга лайыҡ булды. Учалы ҡалаһында уҙған был сара республика кимәленэ тиклем күтәрелде. Һәләтле балаларҙы үҫтереү, таланттарҙы күрә белеү йәһәтенән ҙур эш тип һанарға мөмкин. Уҡыусыларыбыззын һынатмауы беҙҙең өсөн оло ҡыуаныс ҡына булды. Афарин, барығыҙ ҙа!!!

 

Комментирование закрыто.

© 2016 МБОУ Башкирский лицей №1 МР Учалинский район РБ. Все права защищены.